Найти тему
Башҡортостан гәзите

Халыҡ һыулы булыр

Үрге Тәтешле ауылының көньяҡ –көнбайыш микрорайонында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") буйынса һыу селтәрҙәре һуҙыла, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәте. Әле белгестәр эшкә тотонған. Улар барлығы 19 километр оҙонлоғонда һыу торбалары һалырға, 340 ҡоҙоҡ урынлаштырырға, дөйөм күләме 500-әр кубметр булған резервуар төҙөргә ниәтләй, улар өс скважинанан тултырыласаҡ. -Эштәр 30 сентябргә тиклем ваҡытында тамамланыр һәм барлыҡ микрорайон тулыһынса һыу менән тәьмин ителер, тип ышанабыҙ, - тине Үрге Тәтешле ауыл Советынан «Коммсервис» унитар предприятиеһы директоры Ришат Низамов. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхитендә уңайлылыҡ тыуҙырыу. Милли проект үҙҙәренең ҡалаһында төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә граждандарҙы әүҙем йәлеп итеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды. фото: ГТРК "Башҡортостан" сайты.