“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә (национальный проект «Безопасные качественные дороги») Өфөлә Шаҡша күпере ремонтланасаҡ, тип хәбәр итәләр төбәктең Транспорт министрлығында. -Бөгөнгө көндә объекттың паспорты ҡуйылған, хәрәкәт итеүҙе ойоштороу схемаһы килешелгән, ваҡытлыса юл билдәләре урынлаштырыла, - ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. 1 июлдән төҙөлөш ҡаласығын ҡуйыу, техниканы килтереү, күперҙе һүтеү эштәренә әҙерлек планлаштырыла. Төп күпер ҡоролмаһы буйынса эштәрҙе йомғаҡлау киләһе йылдың 31 декабренә билдәләнгән. Контракттың хаҡы 2,2 миллиард һум тәшкил итә. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты илебеҙ юлдарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеүгә маҡсатланған. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттвр 2019 йылда старт алды. Фото: Башинформ.