Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

65 йәшлек ир СВО-ға барырға теләк белдергән

Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе 65 йәшлек ир хәрби комиссариатҡа үҙен махсус хәрби операцияға ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Был ир Ҡораллы Көстәр ветераны, запастағы подполковник. 1986 йылда Чернобыль атом электростанцияһында эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә лә ҡатнашҡан. Махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән үк үҙен унда ҡатнашырға тейеш тип иҫәпләй, белеменең һәм оҫталығының да унда кәрәк булырына ышана. Ул бер нисә тапҡыр ғариза бирә, бары тик күпмелер ваҡыттан ғына хәрби комиссариаттан ыңғай яуап ала. - Турникта 20 тапҡыр күтәреләм, ерҙән ҡулдарҙа 50 тапҡыр ҡалҡынам, - ти үҙенең физик әҙерлеге тураһында подполковник. Рухи һәм физик яҡтан көслө, илһөйәр бындай ир-егеттәр илебеҙ терәге.