“Златоуст ҡалаһында ла Һабантуй байрамы гөрләп үтте. Йәштәр паркында йыйылған халыҡҡа көндөң болоҡһоп тороуы - берсә ҡояшлы, берсә ямғырлы булыуы – һис ҡамасауламаны. Йәше-ҡарты, башҡорт, татарҙар билдәләнгән ваҡытҡа килеп, күңел асты, төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты, тамаша ҡылды. Байрамға килеүселәрҙе тирмәләр янында милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙар сәләмләп ҡаршы алды. Теҙелеп киткән өҫтәлдәрҙә халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары, көнкүреш тауарҙары, оҫталарҙың ҡул эштәре урын алғайны. Был көндө теләгәндәргә төрлө оҫталыҡ дәрестәре алырға, күргәҙмәләр менән танышырға, бала-сағаға тәмле-татлы менән һыйланырға мөмкинлек булды.Ҡунаҡтарҙы бигерәк тә тәгәрмәстәрҙән эшләнгән айыу һыны ғәжәп итте. Ниндәй һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен! Был юлы ла алдан теркәлеү үткән батырҙар үҙ-ара көс һынашҡанда күп тамашасы, улар янында булып, ҡеүәтләп торҙо. Кемдәрҙер көйәнтә менән һыу ташып ярышты, башҡа төрлө конкурстарҙа ла халыҡ әүҙем булды, рәхәтләнеп уйнаны-көлдө, ял итте. Сараны Силәбе өлкәһенең, Башҡортостан һәм Татарстандың билдәле артистарының сығышы йәмләне. Башҡортостандан “Далан” эстрада төркөмө үҙенең халыҡсан һәм дәртле йырҙарын яңғыратты. Ҡалала үткән бындай саралар милләттәштәребеҙҙе берләштерә, халыҡтарҙы дуҫлаштыра, йәшәүгә дәрт өҫтәй”, тип яҙған беҙгә Златоуст ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Гөлгөнә Мозафарова. Фото: Гөлгөнә Мозафарова.