Һоло һыуы һәр кемгә килешә. Ул ҡанды яңырта, матдәләр алмашыныуын көйләй, бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта, ғүмүмән бар организмды терелтә. Уны әҙерләү ҡатмарлы түгел. Беҙгә кәрәк була ике төрлө һоло - кәбәклеһе һәм таҙартылғаны. Икеһенән дә бер тигеҙ өлөш алып ҡатыштырабыҙ. Файҙалы матдәһе күберәк булһын өсөн таҙартылған һолоно кофемолкала онтаҡларға мөмкин. Өс ҡалаҡ һолоға ярты литр һыу ҡойорға ла, ҡайнатып сығара яҙғас, утты кәметергә. Һүлпән утта уны 15-20 минут ҡайнатырға кәрәк. Шунан һуң, бер аҙ һыуытып, һөҙөп алғас, шифалы эсемлек ҡулланыуға әҙер. Һоло һыуын көнөнә ике стакан тирәһе эсәбеҙ. Бер аҙ ваҡыттан һуң организмда еңеллек, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр һиҙелә башлай. Фото:poleznii-site.ru