28 июндә Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х Форумы сиктәрендә Беларусь Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. – Әлеге ваҡытта Башпотребсоюздың ҡеүәтле етештереү базаһы бар, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы әҙерләү һәм һатыу менән әүҙем шөғөлләнә. Башҡортостанда кооперацияны үҫтереүҙең төп бурысы ауыл хужалығы, емеш-еләк продукцияһын эшкәртеүҙе сифатлы яңы кимәлгә күтәреү һәм Башҡортостан Республикаһы эсендә лә, унан ситтә лә тауар әйләнешендә лайыҡлы урын биләү. Беларусь коллегаларының был йүнәлештә яҡшы тәжрибәһе бар. Ике союздың кооперацияһы ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр тип ышанам, – тип билдәләне сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев. Килешеүҙең нигеҙе булып перспективалы берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү, ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларының иҡтисади ҡеүәтен нығытыу маҡсатында яҡтар араһында үҙ-ара эш итеү һәм стратегик хеҙмәттәшлекте нығытыу тора. Был килешеү халыҡтың йәшәү