Республикаға идара итеү үҙәге медицина хеҙмәткәрҙәрен профессиональ байрамдары менән ҡотлап, именлек һәм уңыштар теләй. Башҡортостандың иң яҡшы неонатологы Өфөнөң перинаталь үҙәгендә эшләй. Ул – Айгөл Ғәзизова, яңы тыуған сабыйҙар һәм етлекмәй тыуған балалар патологияһы бүлексәһе мөдире. Республиканың иң яҡшы табибы исеменә конкурс һөҙөмтәләре һәм һаулыҡ һаҡлауҙағы башҡа яңылыҡтар тураһында Республикаға идара итеү үҙәгенең БЮТ каналындағы ”Сәләм” программаһы менән тура бәйләнешендә ҡарарға мөмкин. Унда һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева ҡатнаша. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Затон биҫтәһендә сменаһына 900 кеше ҡабул итерлек яңы заманса поликлиника асылды.Тәүге пациенттарҙы бында 19 июндә көтәләр. Был яңылыҡ менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та уртаҡлашты https://vk.cc/coMzWY.