Найти тему
Башҡортостан гәзите

Инвестиция күләме арта, рейтинг күтәрелә

- Беҙ планлы рәүештә индергән бөтә инструменттар һәм механизмдар һөҙөмтәле эшләй. Был үҙ һөҙөмтәһен бирә - беҙ бишенсе урындан дүртенсе урынға күтәрелдек, рейтингыбыҙҙы күтәрҙек. Ул иҡтисадҡа инвестициялар күләме менән дә бәйле. Быйыл ул 512 миллиард һумға етте. Былар барыһы ла – быға тиклем ҡулланылған механизмдарҙың яҡшы булыуын күрһәтә. Шуға ҡарамаҫтан, ресурстар өсөн көрәш киҫкенләшәсәк. Конкуренция көсәйәсәк, инвесторҙар үҙ проекттары өсөн майҙансыҡтарҙы ентекләберәк һайлаясаҡ. Хәҙерге шарттарҙа инвесторҙар өсөн инвестицияларҙың хәүефһеҙлеген гарантиялау мөһим. Шуға күрә 2023 йылдың 1 июленән Башҡортостанда инвестицияларҙы яҡлау Һәм дәртләндереү буйынса яңы программа эшләй башлаясаҡ. Беҙ әле һуңғы йомғаҡ яһайбыҙ. Сөнки килешеүҙәрҙең бер өлөшөнә ҡул ҡуйылды.100 миллиард һумға етербеҙ тип уйлайым. Мин бик ҡәнәғәт. Ысынлап та, һөҙөмтә инвестициялар күләмендә генә түгел. Шуныһы мөһим, беҙ республикабыҙ менән таныштырҙыҡ. Милли рейтинг күтәрелде, сөнки инвестиция мөхите торошо - мөһим индикатор. Республикабыҙ өсөн бик күп файҙалы осрашыуҙар үткәрҙек, - тине үҙ сығышында Радий Хәбиров.