Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты

- Бер йыл элек кенә кәйефтәр, шул иҫәптән беҙҙең эшҡыуарлыҡ даирәләрендә лә, бик һаҡ булды. Һәм, дөрөҫөн әйткәндә, ваҡиғаларҙың нисек үҫешәсәген күптәр алдан күҙалламай. Бындай шарттарҙа бизнесҡа таяныс нөктәһе биреү, алып барылған сәйәсәткә ышанысты нығытыу, фундаменталь баҙар институттарының ҡаҡшамаҫлығын, эшҡыуарлыҡ азатлығын һәм милекте яҡлау гарантияларын һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим булды, – тип билдәләне Владимир Путин. - Беҙ яуаплы, баланслы бюджет һәм аҡса-кредит сәйәсәтен һаҡлап ҡалдыҡ. Уларҙың һөҙөмтәле комбинацияһы эшһеҙлектең минималь ҡиммәттәренә, шулай уҡ инфляцияға сығырға мөмкинлек бирә, ул хәҙер Рәсәйҙә күп кенә көнбайыш илдәренә ҡарағанда түбәнерәк. Эшһеҙлек - 3,3 процент, ул беҙҙең тарихта бер ҡасан да бындай түбән булмаған. Рәсәй Президенты иҡтисади һәм социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙың, шулай уҡ халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең төп принциптарын билдәләне.