Найти тему
Башҡортостан гәзите

ЗӨҺРӘКӘЙ

Ҡараңғы мөйөштә юр­ғанға уралған кәүҙә ҡыймыл­даманы ла. Зөһрәнең ҡобараһы осто. Баҙға баҫҡыстан осоп тигәндәй төшөп, әсәһенә ҡапланды. Танауына араҡы еҫе килеп бәрелгәс, уны иҙгеләп ташларҙай булды. – Нишләп эстең? Ниңә генә эстең? Ни өсөн түҙмәнең?! – тип иҫерек әсәһен дер һелкетте ул. – Ҡыҙым... Зөһрә...кәйем, – кәкрәйгән бармаҡлы һул ҡулы менән нимәлер ишаралап маташҡан әсәһенең йөҙөнә лысҡылдатҡансы төкөргөһө килде ҡыҙыҡайҙың. Түшәк аҫтынан һәрмәп бушаған шешәне алды ла, йәшен тиҙлегендә ишек алдына сығып, ҡойма аша ырғытты. Кире инеп, шартлатҡансы баҙҙы япты ла, соландағы иҫке газ плитәһе артына ҡулын тыҡты. “Тапҡан! Әйтмәгән дә бит әле тапҡанын!” Был минутта Зөһрә донъяны емерергә әҙер ине. Исмаһам, минең өсөн эсеүен ташлаһа ни була! Ни эшләп мине яратмай икән ул? Ниңә үҙен генә ярата икән һуң ул? Улайһа, нилектән мине тыуҙырған? Шулай ыҙалатыр өсөнмө, мыҫҡыл итер өсөнмө?.. Бала, әсәһенең шәлен ҡосаҡлап, тәгәрәп ятып иланы. Тик уны ишетеүсе лә, йыуатыусы ла булманы... Баҙарҙан ҡайтҡан атаһының кәйефе бик көр ине. Өҫтәл төрлө-төрлө ниғмәт менән тулды. Ул емеш-еләге! Зөһрә яратҡан хөрмәне генә лә дүрт-биш килограмм алғандыр. – Икенсе барғанда кейемеңде яңыртам. Башыңа сабата менән һуғырға кәрәк, ана нисек үҫеп киткәнһең, – тине атаһы, ҡыҙының башынан һыйпап. Шундай йылы һүҙҙәрҙән һуң йөрәк урынына ултырғандай булды. Әммә был тыныслыҡ оҙаҡҡа барманы. Кисен атаһының телефоны шылтыраны. – Да, Игорек, я же просил не звонить. Сам бы позвонил, – трубканы ҡолағына йәбештергәнсә терәгән ир, өҫтөнә лә кеймәй, тышҡа сығырға ашыҡты, ишекте асҡанда, – эштән, – тип әйтергә генә өлгөрҙө. Атаһы бер ни булмағандай инеп, телевизор ҡарарға ултырһа ла, ҡыҙҙың күңеленә шик оялағайны инде. Серле Игоректың кем икәнлеген тиҙерәк белгеһе килде. Әммә форсат икенсе көнөнә генә тыуҙы. ...Иртәнсәк атай кеше мал ҡарарға сығыу менән Зөһрә, тас менән ҡомған алып, әсәһенә йүгерҙе. Йәһәт кенә йыуындырып алғас, баҙҙы ябып, термосҡа сәй тултырҙы. Күстәнәстәр йыйып, бер-ике төйөнсөктө әсәһенә тапшырҙы. Мәмәйҙәр урынына аҫтан уға ярау иткән биҙрә һонолғайны. Зөһрә уҡтай осоп, уныһын түгеп, биҙрәһен сайҡап, ҡар тултырып, кире бирҙе. “Әсәйем эшкинеп килә. Төҫ ингән. Атайымды берәй яҡҡа ебәрә һалып, сығарып алырмын”, – тип уйланы ул, һөйөнөп. – Әсәйемдең дә ҡайтыр мәле етте. Һағындым. Ә һин? Ир кеше өндәшмәне. Бер аҙ тынлыҡтан һуң: – Нишләп шылтыратмай? – тип һораны. – Телефоны ватылды, тинем дә инде. Шәл һатып, үҙенә смартфон алам, тигәйне. – Шәл һатып. Уға күпме телефон алырға була инде? – Атаһының тауышы мыҫҡыллы яңғыраны. Шунан ауыр тынлыҡтан һуң ҡапыл, – Һинең Өфөлә уҡығың киләме? – тип һорай ҡуйҙы. – Килә! Сәнғәт институтына барасаҡмын! – Юҡ, быйыл, тим. Туғыҙынсы класҡа. Үҙең белеп тораһың... – Ә әсәйем? – Әсәйең... эсә бит әсәйең. Ауыр бит һиңә. – Әсәйем – алтын! Уны дауаларға ғына кәрәк. – Үҙе риза түгел бит. Исмаһам, дингә лә бирелмәй... – Бына ул ҡайтһын да, ай-вайына ҡуймай, кодировать итәйек! – Ә ул эсеп ҡайтһа? – Түлкә һин уны туҡмама, йәме... – Туҡмауҙан ни файҙа. Ҡыҙам да китәм шул... Иҫерек йөҙөн күрһәм... үҙем дә ҡурҡам, үлтереп ҡуйырмын тип... Шуға ла... Зөһрә көсөргәнеп атаһының күҙҙәренә баҡты. – Шуға ла... әсәйең менән айырылышырға булдым. – Туҡта әле, атай... мин быға ҡаршы. Минең һеҙҙең менән бергә йәшәгем килә бит! – Ҡыҙҙың мөлдөрәгән күҙҙәре бына-бына тәгәрәп төшөп китер һымаҡ ине. – Ошо ялдан һуң өс айға китәм. Аҡса эшләп алырға кәрәк. Отпускыға ҡайтҡас, һине Өфөгә интернатҡа урынлаштырам. Малды, өйҙө һатабыҙ. Өфөлә фатир алабыҙ. Уҡып бөткәс, унда йәшәрһең. Үҙем Себерҙә ҡалам. Хәлеңде белеп йөрөрмөн. – Ә әсәйем? – Әсәйең... ул үҙ яҙмышын үҙе хәл итте инде. Зөһрә сәйен дә эсеп бөтмәй әпәр итте лә кейенеп тышҡа сыҡты. Ялан кәртәгә барып, көйшәп торған кәзәкәйҙәренә, һарыҡҡайҙарына, һыйырына, башмағына оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. “Их, әсәй! – тип уйланы ҡыҙ, әсенеп, – һинең арҡала донъябыҙ вайран була. Ғаиләбеҙ тарҡала! Ни эшләп шуны аңламайһың һин, ә!” Шул минутта Зөһрәнең баҙҙы асып әсәһен сығарғыһы, атаһы менән һөйләштергеһе, “бүтән эсмәйем” тип ант иттергеһе килде. Ишектән ингәндә атаһы төпкө бүлмәлә кем менәндер телефондан һөйләшә ине. Үҙе карауат тапҡырындағы стенала элеүле торған ҙур фотонан күҙен алмай. Атаһы менән әсәһенең бәхетле саҡта, туй мәлендә, ҡосаҡлашып төшкән фотоһы ул. Ҡыҙын күргәс, йөҙө ҡыҙарып, ир кеше ҡапыл ғына телефонын һүндереп, кеҫәһенә тыҡты. Зөһрә ҡыйыу атлап, атаһы алдына килеп баҫты: – Атай, мин... – Шунан? Ни әйтерһең? Ризалаштыңмы инде? Зөһрә, атаһының бәхетле йөҙөнә ҡарап, телһеҙ ҡалды. Кискә тиклем ҡыҙ атаһының телефонын нисек ҡулға төшөрөргә белмәй йөрөнө. Мал ҡарарға сыҡҡанында ватсаптан Игоректы эҙләп тапты. “Милый, скучаю!“ тигән һүҙҙән ҡойолоп төштө. Йөрәге атылып сығырҙай булып типте. Үҙен ҡулға алып, шылтыратырға булды. – Алло, дорогой, зайчик ты мой, что не спишь? Ҡыҙ әллә ҡайҙан, күңел төпкөлөнән һығылып сыҡҡан тауыш менән һөйләй башланы: – Вы, женщина, прошу, больше не звоните. Не звоните папе. Он Вас не любит. Он меня любит. Мою маму любит. – Нет, послушай, девочка. Мы любим друг друга. Разве он не говорил? – Ҡуштан тауыш Зөһрәне сығырынан-сығарҙы. – Папу я тебе никогда не отдам! Он мой! Он наш! Не разрушай нашу семью! Ты ... меня слышишь?! – ҡыҙ түҙмәй ҡысҡыра башланы, был мәлдә ул үҙенең тауышын үҙе ишетмәй ине. – Убью я тебя, поняла! Убью! Если заберешь папу! Я ненавижу тебя! Ненавижу папу! Ненавижу всех! Будьте все прок­ляты! Хватит с меня! Хватит! Балаһының әрнеп, үҙәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырыуына әсә кеше түҙмәне, асырға тырышып, баҙ ҡапҡасын аҫтан һелкетә башланы. Утын ҡосаҡлап ингән атаһы, уларын юл буйында иҙәнгә быраҡтырып, телефонға йәбеште. Зөһрә һаман да трубкаға ҡысҡырыуын дауам итте, тартҡылаша торғас, телефонды бар көсөнә иҙәнгә бәрҙе. Ҡыйбатлы айфондың экраны селперәмә килде, деталдәре тарҡалып, тирә-яҡҡа сәсрәне. Атай кеше, ырылдап, ҡыҙын этеп ебәрҙе. Ҡыҙыҡай ҡолаған ыңғайы башы менән өҫтәл мөйөшөнә бәрелде, артындағы ултырғыс менән бергә шатыр-шотор барып төштө. Баҙҙан сығып өлгөргән әсә арттан иренә йәбеште. Уныһы бетсә һымаҡ ҡаҙалған ҡатынды диванға атып бәрҙе. Зөһрә һикереп торҙо ла, ҡанҡо­йоштан ҡурҡып, яланаяҡ, күлдәксән көйө тышҡа атылды. Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. Донъя ла, тормош та шулай күҙ асып йомған арала ҡыйрала икән... Зөһрә һыу буйына йүгереп төштө. Электән бында килергә ярата ул. Төндә. Ай менән һөйләшкән әкиәттәге етем ҡыҙҙай: “Ай, мине лә ал! Зөһрәне алғанһың бит! Ана бит – көйәнтә күтәреп тора”, – тип инәлә торған. Шул саҡ артта: “Зөһрә, туҡта!” – тигән бойороусан тауыш ишетелде. Ҡыҙ артына әйләнеп ҡараны ла йән-фарман йүгереп килгән атаһын күрҙе. “Үлтергән... әсә­йемде!” – йәшен тиҙлегендә мейеһен ярып үткән уй баланы мәкегә табан әйҙәне. Ул тубыҡланып ултырҙы ла һыу төбөнә төбәлде. Унда Ай: “Күп ыҙаланың инде, алам һине үҙемә! Кил! Кил!” – тип саҡыра ине. Зөһрә аяҡтарын мәкегә тыҡты. Табаны һыу өҫтөндәге сыйҙымды йыртҡанда ауыртыуҙы ла, өшөүҙе лә һиҙмәне. Аяғы ерҙе тоймай йүгергән атай кеше ҡыҙын, аждаһа ауыҙынан тартып алғандай, мәкенән һурып алды ла күкрәгенә ҡыҫты. Тунының төймәләрен ысҡындырып, кескәй аяҡтарын ҡуйынына тыҡты. Бер туҡтауһыҙ битенән үбеп, һыңҡылдап илап ебәрҙе. Күҙенән сөбөрҙәп аҡҡан йәштәре баланың ут булып янған битенә тамды. Ҡапҡа төбөндә уларҙы әсәһе ҡаршы алды, бара һалып ишекте асты. Ҡыҙына ятырға урын әҙерләне. Шунан фельдшерға сығып йүгерҙе. Тәнен тырышып ыуған атаһының: “Үҙем генә ғәйепле. Үҙем генә! Ғәфү ит, балаҡайым. Ғәфү ит! Эй, Аллам, ярҙам ит инде! Балаҡайымдың йәнен алғансы, минең йәнемде ал!” – тип һамаҡлап илауын бала ишетмәй ине инде. Зөһрә иҫенә килгәс, оҙаҡ ҡына күҙҙәрен асмай ятты. Ҡолағына таныш тауыштар сағылғас, өйҙәмен икән, тип уйланы. Хас та элекке кеүек. Йоҡонан уяныуына шыжлап сәй ҡайнай, ҡоймаҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Атаһы менән әсәһе киләсәккә пландар ҡора. – Атай, – тине ул, шыбырҙап. Атаһы менән әсәһе кемуҙарҙан балаға ташланды. Ҡулдарын үпкеләне, битенән һыйпаны. Хас та бала саҡтағы һымаҡ... – Атай, һин беҙҙе ташлама, йәме. – Ҡыҙҙың күҙҙәренән эре йәш тәгәрәп төштө. – Ташламай, балам, ташламай! Ул бит беҙҙең менән! Һәр саҡ беҙҙең менән! – Әсәһенең ебәктәй йомшаҡ, наҙлы тауышы ҡолаҡты иркәләне. – Мин бер ҡайҙа ла китмәйем, Зөһрәкәйем. Бер ҡасан да... Ҡыҙыҡайҙың йөрәгендә нисәмә йыл буйы һаҡланған төйөн яҙыл­ғандай булды. Һуңғы йылдарҙа ул тәүге тапҡыр үҙен донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙо. - Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА