Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Борсолмағыҙ, мин – иҫән!"

“Кейек ҡаҙ юлдары” йырын башҡарып ҙур популярлыҡ яулаған Артур Хәсәнов былтыр көҙ махсус хәрби операцияға киткәйне. Моңло тауышлы егетте Башҡортостан халҡы бик яратты, ә йыры хәрбиҙәрҙең гимнына әйләнде. Әммә һуңғы көндәрҙә интернет селтәрендә насар хәбәр таралды: йәнәһе, Артур алыш ваҡытында һәләк булған. Журналистар быны асыҡлау маҡсатында уның ағаһы менән аралашты һәм ул Артур менән барыһы ла яҡшы тине. Ә ошо көндәрҙә иһә Артур үҙе лә бәйләнешкә сыҡҡан. “Минең менән барыһы ла һәйбәт, борсолғанығыҙ өсөн рәхмәт. Төрлө имеш-мимешкә ышанмағыҙ”, – тигән ул. Артурҙың һәм башҡа яугирҙәребеҙҙең тиҙерәк иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ. Фотоо:социаль селтәрҙәр.