Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яңы эш урындары асыласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан етәкселеге, "Алға" айырым иҡтисади зонаһы биләмәһендә, медицина ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу буйынса ҡоролма урынлаштырырға ниәт иткән инвестор менән килешеүгә ҡул ҡуйған. Инвестицияның күләме – 1,1 миллиард һум. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм "Стериум" акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Александр Подсекин ҡул ҡуйған. – Башҡортостанда әлегә хәтлем бындай производство юҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Ошо проектты тормошҡа ашырыу Рәсәй төбәктәрен һәм Башҡортостанды ҡоролмалар менән тәьмин итеүгә бер аҙым ул. Яңы производствоны асҡандан һуң Башҡортостан бюджетына һалым түләүҙәр артасаҡ, шулай уҡ өр-яңы эш урындары асыласаҡ. Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте инвесторға һәр йәһәттән ярҙам итәсәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.