16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Киберфизик киңлек: Рәсәйҙә эшләнгән” сессияһында сығыш яһаны. Дискуссия модераторы, “Юғары иҡтисад мәктәбе” милли тикшеренеү университеты проректоры Дмитрий Земцов Башҡортостан Милли киберфизик платформаны индергән пилот төбәк булып сығыш яһай тип билдәләне һәм Радий Хәбировҡа проектҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Милли киберфизика платформаһы йыйылған ҡарарҙарҙы берләштерәсәк һәм Рәсәй уҡыусыларының технологик белем алыуға күпләп инеүенә нөктә буласаҡ, уларҙы түңәрәктәргә, инженер ярыштарына һәм артабан вуздарҙа профилле әҙерлек йүнәлештәренә йәлеп итергә ярҙам итәсәк, - тип билдәләне Дмитрий Земцов. - Башҡортостан Башлығы командаһы беҙҙең проектты әүҙем хупланы, үҙе ҡыҙыҡлы, уникаль ҡарарҙар тәҡдим итә. Радий Хәбиров үҙ сығышында Стратегик башланғыстар агентлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Милли технологик башланғыстың түңәрәктәр хәрәкәте менән берлектә донъяла тәүге киберфизик платформа