Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Проекттың мәғәнәһе: ҡатын-ҡыҙҙың тормош сифаты һәм ғаиләнең уңыш кимәлен күтәреү

“Бәхет биләмәһе” мәрхәмәтлек фонды попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова Петербург Халыҡ-ара иҡтисад форумында сығыш яһап, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” һәм Өфө хосписы проекттары менән таныштырҙы. ”Нимә ул ғаилә именлеге һәм уға нисек өлгәшергә: сәләмәтлек һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәте” сессияһында ул үҙе етәкләгән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты тураһында һөйләне, тип хәбәр итә “Башинформ”. Республикала ғаиләләрҙең имен, бәхетле булыуы, ҡатын-ҡыҙҙың дөйөм үҫеше, уның һаулығын һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыуы һәм тормоштоң башҡа бик күп өлкәләрендә уңышҡа өлгәшеүенә булышлыҡ итеү өсөн эшләй был проект, тип билдәләне ул сығышында. - Проекттың мәғәнәһе: ҡатын-ҡыҙҙың тормош сифатын һәм ғаиләнең уңыш кимәлен күтәреү, - тине Каринэ Хәбирова. Был проект артабан уҡыу, медицина һәм юридик ярҙам алыу мөмкинлеге булмаған, финанс белеме алырға йә булмаһа үҙ проктын тормошҡа ашырыуҙа фекерҙәштәр табырға теләгән республика райондарында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һорауы буйынса башлан

“Бәхет биләмәһе” мәрхәмәтлек фонды попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова Петербург Халыҡ-ара иҡтисад форумында сығыш яһап, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” һәм Өфө хосписы проекттары менән таныштырҙы. ”Нимә ул ғаилә именлеге һәм уға нисек өлгәшергә: сәләмәтлек һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәте” сессияһында ул үҙе етәкләгән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты тураһында һөйләне, тип хәбәр итә “Башинформ”. Республикала ғаиләләрҙең имен, бәхетле булыуы, ҡатын-ҡыҙҙың дөйөм үҫеше, уның һаулығын һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыуы һәм тормоштоң башҡа бик күп өлкәләрендә уңышҡа өлгәшеүенә булышлыҡ итеү өсөн эшләй был проект, тип билдәләне ул сығышында. - Проекттың мәғәнәһе: ҡатын-ҡыҙҙың тормош сифатын һәм ғаиләнең уңыш кимәлен күтәреү, - тине Каринэ Хәбирова. Был проект артабан уҡыу, медицина һәм юридик ярҙам алыу мөмкинлеге булмаған, финанс белеме алырға йә булмаһа үҙ проктын тормошҡа ашырыуҙа фекерҙәштәр табырға теләгән республика райондарында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һорауы буйынса башланған. - Беҙ райондар буйлап йөрөп шундай биләмәләр булдырҙыҡ. Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге ғаиләне һаҡлау өсөн бик мөһим. Йәнле осрашыуҙарҙа һаулыҡ тураһында ғына түгел, ғаилә ҡиммәттәре – никахлашыу, балалар үҫтереү тураһында ла һөйләшәбеҙ,- тине ул. Балаларҙы нисек ғаилә мәҙәниәтенә ылыҡтырырға, ғаилә ҡиммәттәренә һөйөү уятырға – был сессиялағы сығышта мөһим пункт булды. Был турала Каринэ Хәбирова Өфө хосписы миҫалында һөйләне һәм Өфө кинотеатрҙарында һәр фильм алдынан өйрөлтөлгән роликты күрһәтте (унда билдәле актерҙар Илһөйәр Ғәзетдинова һәм Артур Кәбиров уйнай). Башҡорт менталитеты һәм милли атрибуттары үҙенсәлектәрен сағылдырған роликты сессияла ҡатнашыусылар ихлас ҡабул итте. Фотолар: “Башинформ”.