Һуңғы йылдарҙа дөйөм ил һәм республиканың иңенә төшкән һынауҙарҙан, эреле-ваҡлы предприятие-ойошмаларға ла ҡыйынға тура килде. Үҙенең 48 йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда “Алексеевка” совхозы ниндәй генә мәлдәр кисермәһен, тап бөгөн ул, ҙур һынылыш заманын үткәреп, яңынан күтәрелеш осоро кисерә. Был йәһәттән, бер төркөм журналистар “Алексеевка” агросәнәғәт комплексына ойошторолған матбуғат турында ҡатнашып, уның директоры Дмитрий Овчинников, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская менән осрашты. Бөгөн мең ярымдай эшсеһе булған был хужалыҡ хаҡында министр Наталья Юрьевна: “Совхозды һатып ебәреү йәки ябыу тураһында уйламайбыҙ, ул киләсәктә лә республиканың милке булып ҡала һәм бөтә активтар ҙа республика ҡулында,” – тип хәбәр итте. Әле бында етәкселек тарафынан сикһеҙ ҙур эштәр башҡарылған, комплекс көндән-көн үҫешә, сауҙа нөктәләре, яңы тауарҙар етештереү эштәре ыңғай күрһәткестәргә өлгәшә. Был хаҡта “Алексеевка” агрокомплексының директоры Дмитрий Сергеевич: “Совхоздың алдына ҡуйылған яңы маҡсаттар өлөшләтә тормошҡа ашырылды ла инде. Әле бына 43 гектар ерҙе теплицалар биләй. Беҙ торған 11 гектар ерҙәге теплица яңы, бер-ике йыл элек кенә төҙөлдө. Элеккеләренә демонтаж эшләнде. Хәҙер улар урынына 39 гектар ергә яңылары ултыртыласаҡ”, – тип белдерҙе. Бөгөнгө көндә теплицаларҙа ете йөҙҙән артығыраҡ кеше эшләй. Эш тотороҡло бара, йыл башында уҡ йыл дауамында сәсеү әйләнешенә етерлек орлоҡ алып ҡуйғандар, киләһе йылдан Рәсәй етештергән орлоҡтарға күсәсәктәр. Логистика йәһәтенән дә эштәре көйлө бара. 2025 йылға тиклем бөтә республика буйынса 90 фирма магазины асырға тигән ниәтте тормошҡа ашырыу барышында һуңғы ике йылда 15 сауҙа нөктәһе асылған. Бөгөн инде республикабыҙҙың һатыу итеү нөктәләренең кәштәһен 80-90% үҙебеҙҙең фермерҙар етештергән тауарҙар биләй. Шул иҫәптән, махсус хәрби операцияға, үҙебеҙҙең егеттәргә тыуған яҡ күстәнәсе итеп, совхоз етештергән йәшелсә һәм башҡа продукциялар оҙатылған. Әйткәндәй, совхоздан биш кеше үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Уларҙың эш урындары ла һаҡланып ҡалған һәм бар яҡлап та ярҙам күрһәтелә. “Алексеевка” агрокомплексының яңынан тергеҙелеп китеүе унан дәүләт унитар предприятиеһы статусын алып, акционерҙар йәмғиәте статусы бирелеүенә лә бәйле. Алдағы йылдарҙа, совхоздың бөгөнгө баҙар шарттарында ерегеп китә алмауы дәүләт тарафынан ҡуйылған сиктәр һәм сикләүҙәр йәһәтенән булһа, бөгөн инде ул акционер йәмғиәте булараҡ, көнәркәшлек буйынса ла, заман талаптарына тиҙ яуап бирергә һәләтле булыуы менән дә ҙур уңыштарға өлгәшә. Баш ҡалабыҙҙағы “Алексеевка” фирма һатыу нөктәләрендә тауарҙар оҙаҡ тормай. Иртән килтерелгән ризыҡтар кискә бөтөп тә ҡуя. Әлбиттә, республикабыҙҙың иң ҙур, иң ҡеүәтле агрокомплексы етештергән үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлеккә ни етә! Фото: Автор фотоһы