15 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Пермь крайы һәм Силәбе өлкәһе менән инновацион белем биреү мөхитен ойоштороу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө. Рәсәй юғары белем һәм фән министры урынбаҫары Андрей Омельчук алдында документтарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Пермь крайы һәм Силәбе өлкәһе губернаторҙары Дмитрий Махонин һәм Алексей Текслер ҡул ҡуйҙы. Килешеүҙәр Өфөлә, Пермдә һәм Силәбелә донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорттары студенттары кампустарын ойоштороу сиктәрендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың декабрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында күләмле проектты ғәмәлгә ашырыуға тотондолар. Хеҙмәттәшлек төбәктәрҙең фәнни-мәғариф ҡеүәтен һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырырға һәм ошо йәһәттән синергетик һөҙөмтә бирәсәк, тине республика Башлығы. – Беҙ ҙур теләк менән был килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Силәбе өлкәһе – беҙҙең һәйбәт күршебеҙ. Был бик көслө, үҫешкән төбәк, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең ғилми структуралар һәм студенттар бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашыуы, һис шикһеҙ, ҡыҙыҡлы. Беҙ Силәбе өлкәһе менән заманса кампустар булдырыу юлынан барабыҙ. Бындай тәжрибә барыбыҙ өсөн дә файҙалы буласаҡ. Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин студент кампустары проекттарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙың мөһимлеген билдәләне. – Күршеләрҙең тәжрибәһен өйрәнеү беҙҙең өсөн бик файҙалы. Башҡортостан тәүге һайлап алыу турына эләкте һәм алға табан бара. Иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашырбыҙ, тип иҫәп тотабыҙ, – тине Дмитрий Махонин. – Бергәләп уңышҡа өлгәшә алабыҙ. Ғилми-мәғариф өлкәһендә үҙ-ара эш итеү киләсәктә төбәк-ара кооперация бәйләнештәрен үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк, тине Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер. – Беҙ Башҡортостан менән яҡшы дуҫтар һәм күршеләр. Сәнәғәт һәм фән өлкәләрендә лә үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булдырылған, – тине Алексей Текслер. - Әле бергәләп төҙөгән кампустар был бәйләнештәрҙе көсәйтергә һәм илебеҙ алдында торған саҡырыуҙарға яуап бирергә мөмкинлек бирер тип ышанам. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.