15 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов Башҡортостандың күргәҙмә стендын ҡараны. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, шулай уҡ төрлө проекттар һәм ҡаҙаныштар хаҡында һөйләне. Стендта инвестицион, туристик, сәнәғәт һәм фәнни-белем биреү мөмкинлектәре күрһәтелде. Айырым экспозиция “Берлога” милли киберфизик платформаһына арналған. – Башҡортостан – йылдам үҫешеүсе төбәк. Республика павильоны – форумда иң яҡшыларҙың береһе һәм һеҙҙең уңыштарығыҙҙы лайыҡлы сағылдыра. Һуңғы йылдарҙа һөҙөмтәле идара итеү командаһы һәм эшһөйәр кешеләр арҡаһында төбәктә күп нәмәгә өлгәшелде, – тип билдәләне Андрей Белоусов. Вице-премьер пилотһыҙ авиация өлкәһендәге ҡаҙаныштар, шул иҫәптән БАС-200 осоу аппараты менән дә танышты. Уны “Ростех” дәүләт корпорацияһының “Рәсәй вертолеттары” холдингы әҙерләне. Был машинаны сериялы етештереүҙе Күмертау авиация производство предприятиеһында ойошторғандар. – Р