24 июндә Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында “Атайсал” йәмәғәт проекты сиктәрендә ауыл биләмәһенең 270 йыллығына арналған башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты үтә. Уның хедлайнеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин. Концертта шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, республиканың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәнис Алтынбаев, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Гөлшат Ғирфанова ҡатнаша. Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы – Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың тыуған төйәге. Ул, “Атайсал”йәмәғәт проектында ҡатнашыусы булараҡ, проект сиктәрендә концерт ойошторорға һәм клубҡа ярҙам итергә тәҡдим итте. – Әминә Ивний ҡыҙы арҡаһында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты Ырғыҙлы ауылының изге йолаһына әүерелә, сара өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Министр шулай уҡ ауылдың мәҙәни тормошо менән ҡыҙыҡһына, үҙенең тәүге сығыштары үткән клубҡа ярҙам итә. Ике балалар хореография ансамбле мәҙәниәт министры ҡ