Башҡортостан һәм Мәскәү пилотһыҙ авиацияны үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк. 15 июндә XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Мәскәү мэры Сергей Собянин Мәскәү һәм Башҡортостан хөкүмәттәре араһында пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Билдәләп үтәйек, 2023 йылдың мартында Мәскәүҙең «Руднево» индустриаль паркы базаһында «Пилотһыҙ авиация системалары» федераль компетенциялар үҙәге (БАС) терәк ғилми-производство институты булдырыла, ул осоу-һынау майҙансығын, лаборатория-тикшеренеү комплексын һәм уҡыу-методик үҙәкте үҙ эсенә ала. 2030 йылға БАС базаһында илдең ҙур төбәктәрендә ғилми-производство үҙәктәренең төбәк селтәрен ойошторорға планлаштыралар. Килешеү пилотһыҙ авиацияны үҫтереүгә йүнәлтелгән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, республикала аккредитацияланған пилотһыҙ авиация комплекстары «Руднево» индустриаль паркының осоу-һынау үҙәге
Башҡортостан һәм Мәскәү пилотһыҙ авиацияны үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк
15 июня 202315 июн 2023
1 мин