Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әбйәлилдә автойыуыу буласаҡ

Әбйәлил районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелде. “Беҙҙең округта машиналар ағымы бик ҙур, улар – районыбыҙҙа йәшәүселәр һәм шифаханаларға һәм тау саңғыһы үҙәгенә ял итергә килгән туристар. Күптәре башҡа төбәктәрҙән килә, автомобилдәр төрлө һауа шарттарында ҙур аралар үтә. Ял урынына килгәс тә автомобиль хужалары “тимер дуҫын” йыуыу өсөн автойыуыу сараларын эҙләй. Яҡындағы ауылдарҙа автойыуыу юҡ, шуға күрә үҙебеҙҙең ауылда үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү өсөн автомобиль йыуыу үҙәге төҙөргә ниәтләнем, курорт зонаһына илткән автомобиль юлы ауылыбыҙ янында үтә”, – тип һөйләне үҙенең проекты тураһында Айбулат Гәрәев. “Курорт зонаһына бик күп ял итеүселәр килә, шифаханаларыбыҙҙа, тау саңғыһы үҙәгендә, ял йорттарында дауаланып, матур “Яҡтыкүл” күлендә ял итергә яраталар. Был ерҙә автойыуыу эшенең идеяһы яҡшы, клиенттар ҙа етерлек булыр тип уйлайым”,- тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса яуаплы белгестәргә был проектты тормошҡа ашырыу өсөн әҙерләргә һәм был мәсьәлә буйынса кәрәкле мәғлүмәт бирергә ҡушылды. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.