Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан “Беҙ бергә. Спорт ”Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарын ҡабул итергә әҙер

Башҡортостан “Беҙ бергә. Спорт” Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарын ҡабул итергә әҙер. 15 июндә XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Өфөлә Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарын үткәреү тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды “Беҙ бергә. Спорт” ярыштары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем үтәсәк. Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин һәм Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар спорты федерацияһы президенты Дмитрий Ребров ҡул ҡуйҙы. – Бындай мөһим һәм статуслы уйындарҙы ҡабул итеү Башҡортостан өсөн оло мәртәбә. Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарға уңайлы шарттар булдырыу, иҫ киткес спорт байрамын үткәреү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Дмитрий Ребров билдәләүенсә, Рәсәй спортсылары-сурдлимпиясылар башҡа дәүләттәрҙән дәғүәселәре менән ғәҙел көрәштә ярышырға мөмкинлек аласаҡ. - Уйындар уҙғарыу бөтә донъяла сурдлимпия хәрәкәтен үҫтереүгә этәргес бирәсәк. Рәсәй Спорт министрлығына һәм Башҡортостан етәкселегенә спорт төрҙәренә һәр яҡ

Башҡортостан “Беҙ бергә. Спорт” Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарын ҡабул итергә әҙер. 15 июндә XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Өфөлә Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарын үткәреү тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды “Беҙ бергә. Спорт” ярыштары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем үтәсәк. Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин һәм Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар спорты федерацияһы президенты Дмитрий Ребров ҡул ҡуйҙы. – Бындай мөһим һәм статуслы уйындарҙы ҡабул итеү Башҡортостан өсөн оло мәртәбә. Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарға уңайлы шарттар булдырыу, иҫ киткес спорт байрамын үткәреү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Дмитрий Ребров билдәләүенсә, Рәсәй спортсылары-сурдлимпиясылар башҡа дәүләттәрҙән дәғүәселәре менән ғәҙел көрәштә ярышырға мөмкинлек аласаҡ. - Уйындар уҙғарыу бөтә донъяла сурдлимпия хәрәкәтен үҫтереүгә этәргес бирәсәк. Рәсәй Спорт министрлығына һәм Башҡортостан етәкселегенә спорт төрҙәренә һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, – тине ул. Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин, Башҡортостан спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, тип белдерҙе. - Республика – беҙҙең ышаныслы һәм әүҙем партнерыбыҙ. Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындары Өфөлә ҙур уңыш менән үтер, тип ышанам, – тине Олег Матыцин. – Спорт ул миҙалдар ғына түгел. Был сәләмәт йәшәү рәүешен, сәләмәт фекерләүҙе һәм тотороҡло үҫешкән илде формалаштырыу. Башҡортостан күп йүнәлештәр буйынса лидер булып тора, күптәнге спорт традицияларына эйә. Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындары һаңғырауҙар спортының 21 дисциплинаһы буйынса ярыштарҙы үҙ эсенә ала. Бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, велосипед спорты, пуля менән атыу, волейбол, каратэ, тхэквондо, футбол, спорт көрәше, теннис һәм башҡалар. Ярыштар Өфөнөң 13 спорт объекты нигеҙендә үтәсәк. Сығанаҡ: glavarb.ru