Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте форум сиктәрендә инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Төбәк Л-35/11-1000 бензинын каталитик риформинглау ҡоролмаһын реконструкциялау буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Яңы производство сеймал буйынса ҡеүәтте ике тапҡырға арттырасаҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең етди йөкләмәләр ҡабул итеүен, дәүләт ярҙамы күләменең ҙур булыуын билдәләне. – Бөгөн Башҡортостанда сәнәғәт өлкәһендә планлаштырылған инвестициялар күләме 250 миллиард һумдан ашыу булған һәм 5 меңгә яҡын эш урыны булдырылған 44 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, — тип аңлатты Министрҙар кабинеты башлығы. Инвестор өҫтөнлөклө инвестиция проектына 8,9 миллиард һум аҡса һала һәм ойошмаларҙың мө
Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы килешеү төҙөнө
15 июня 202315 июн 2023
1 мин