Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” программаһына ярашлы, республика райондарына штаттан тыш баш белгестәрҙең сығыуын ойоштора. Белгестәр тарафынан халыҡты ҡабул итеүҙәр 13 июндән 27 сентябргә тиклем дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә табиптар 45 дауаханала буласаҡ, ойошма белгестәренә травматология һәм ортопедия, эндокринология профилдәре буйынса методик ярҙам күрһәтәсәк. Шулай уҡ видеоконференция режимында медицина хеҙмәткәрҙәре менән өлкәндәрҙең йығылыу һәм имгәнеүҙәрен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән мәсьәләләр буйынса кәңәшмәләр үткәреләсәк. Милли проекттың маҡсаты – кешеләр өлкәнәйеү һәм хроник сирҙәр арҡаһында тыуған сикләүҙәрҙән тыш мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәһен өсөн тырышлыҡ һалыу. Рәсәйҙәрҙең сәләмәт йәшәү оҙайлығын 67 йәшкә тиклем еткереү планлаштырыла. “Демография” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе – “Өлкән быуын”. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормо