Зөлфирә Нуретдин ҡыҙы Хәсәнова (Рәхмәтуллина) 1968 йылдың 24 ғинуарында ғаиләлә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән саңғыла йә конькиҙа шыуыу, волейбол уйнау, йөҙөү һәм бейеү менән мауыға һәм төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 1987 йылда Х классты тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырырға Сибай медицина училищеһына юл тота. Имтихандарҙы уңышлы биреп, уҡырҡа инә. Ике йыл да алты ай уҡығандаң һуң ҡулына күптән көткән дипломды алып, тыуған яҡтарына ҡайта. 1989 йылда Хәлит Фәрит улы Хәсәнов менән Һынташ ауылында ғаилә ҡороп йәшәй башлайҙар. Зөлфирә Нуретдин ҡыҙы ауылдағы фельшдер-акушерлыҡ пунктында 10 йылға яҡын эшләй. 2000 йылда ғаилә Йылайыр районының Йылайыр ауылына күсә. Шул ваҡыттан алып бөгөнгө көнгә тиклем Зөлфирә Нуретдин ҡыҙы Йылайыр үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында участка балалар шәфҡәт туташы булып эшләй. Тормош иптәше Хәлит Фәрит улы менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтереп, уҡытып, аяҡҡа баҫтырҙылар. Хеҙмәт осоронда ниндәй генә ваҡиғалар, ауырлыҡтар кисермәй Зөлфирә Нуретдин ҡыҙы, шуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ һөнәренә тоғро ҡалып, уны яратып башҡара. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Зөлфирә Нуретдин ҡыҙына уңыштар теләйек, лайктар ҡуяйыҡ һәм комментарийҙар яҙайыҡ. Фотолар: Зөлфирә Хәсәнованың шәхси архивынан.