Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сит илдәргә ялға барыу ҙа хәүефле була башланы түгелме?

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева "Башинформ"ға Абхазияла Башҡортостан туристары менән булған хәлгә аңлатма бирҙе."Беҙ Абхазия Республикаһы президенты хакимиәте менән бәйләнештәбеҙ, тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән Башҡортостан туристары тураһында актуаль мәғлүмәт алабыҙ. Шулай уҡ зыян күргән өс ғаилә: өс өлкән кеше һәм ете бала менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Әлеге ваҡытта уларҙың хәүефһеҙлегенә һәм һаулығына хәүеф янамай, улар яңы урында, ярҙам күрһәтелгән. Илселек вәкиле зыян күреүселәр менән осрашҡан, документтар әҙерләй. Яҡын арала улар яңы документтар алып, мөмкинлек булыу менән өйҙәренә ҡайта алыр. Бынан тыш, Абхазия президенты, Гагра хакимиәте бойороғо буйынса һәр ғаиләгә 100-әр мең һум компенсация түләнде», — тине ул.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Абхазияла ял иткән ун яҡташыбыҙ 14 июнь иртәһендә Гагра районында ҡупҡан көслө ғәрәсәт һөҙөмтәһендә документтарһыҙ ҡалған. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында билдәләүҙәр

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева "Башинформ"ға Абхазияла Башҡортостан туристары менән булған хәлгә аңлатма бирҙе."Беҙ Абхазия Республикаһы президенты хакимиәте менән бәйләнештәбеҙ, тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән Башҡортостан туристары тураһында актуаль мәғлүмәт алабыҙ. Шулай уҡ зыян күргән өс ғаилә: өс өлкән кеше һәм ете бала менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Әлеге ваҡытта уларҙың хәүефһеҙлегенә һәм һаулығына хәүеф янамай, улар яңы урында, ярҙам күрһәтелгән. Илселек вәкиле зыян күреүселәр менән осрашҡан, документтар әҙерләй. Яҡын арала улар яңы документтар алып, мөмкинлек булыу менән өйҙәренә ҡайта алыр. Бынан тыш, Абхазия президенты, Гагра хакимиәте бойороғо буйынса һәр ғаиләгә 100-әр мең һум компенсация түләнде», — тине ул.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Абхазияла ял иткән ун яҡташыбыҙ 14 июнь иртәһендә Гагра районында ҡупҡан көслө ғәрәсәт һөҙөмтәһендә документтарһыҙ ҡалған. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында билдәләүҙәренсә, туристарҙы ҡайтарыу мәсьәләһе махсус контролдә тотола. Күптән түгел Мысырҙың Хургада ҡалаһындағы фажиғәнән арынып та өлгөрмәнек, әле килеп Сочи һәм Абхазияла һыу ташты. Сит илгә ялға барырға бер аҙ шомландыра ла башланы әле. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәйге ялдарығыҙҙы ҡайҙа үткәрергә планлаштыраһығыҙ? Фото: sochi1.ru