Йылайыр районының ЗАГС бүлегендә Япарһаҙ ауылынан Рауил Хәбрахман улы менән Мансура Әхмәтулла ҡыҙы Вәхитовтар, Юлдыбай ауылынан Сәхәй Абдулхаҡ улы менән Нәжиә Нәсип ҡыҙы Моталлаповтар, Матрай ауылынан Ишкилде Имаметдин улы менән Мәхиә Мөхәмәтйән ҡыҙы Кәримовтар, Исҡужа ауылынан Юлай Әхмәтша улы менән Гөлнур Сөнәғәт ҡыҙы Тусалиндар ғаиләләрен бергә йәшәүҙәренең алтын туйы менән тәбрикләү тантанаһы үткән. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итте. “Һәр бәхеттең үҙ үҙенсәлектәре бар. Хәҙер һеҙ эргәгеҙҙә булғандарҙың – балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең бәхете менән йәшәйһегеҙ. Был - үҙе бер ҙур бәхет. Икенсе бәхет – ул һеҙҙең тормошҡа һөйөү һәм һоҡланыу менән ҡарауығыҙ. Тормошоғоҙҙоң һәр көнө балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һәм бүләләрегеҙ менән бергә яҡты һәм шатлыҡлы булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм ғаилә бәхете теләйем. Бәхетле йәшәгеҙ!”, – тине район хакимиәте башлығы үҙенең ҡотлауында. Сығанаҡ: vk.com/borismelkoedov