Әлеге ваҡытта Башҡортостан журналистары махсус хәрби операция биләмәһендә эшләй. Командировкаға юлланған матбуғат баҫмалары хеҙмәткәрҙәре делегацияһына “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов етәкселек итә. Делегацияла “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, яҙыусы һәм драматург Мөнир Ҡунафин, “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков, “Кызыл таң” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Фәнис Гараев, журналист Сергей Дорофеев һәм “Юлдаш” радиоһы журналисы, блогер Венер Фәйзуллин бар. Башҡортостан журналистары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға махсус ҡорамалдар, шулай уҡ китаптар, гәзиттәр, хаттар һәм башҡа посылкалар килтерҙе. Делегация Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов менән осрашты һәм уға квадрокоптерҙар тапшырҙы. Азат Бадранов журналистарға посылкалар өсөн рәхмәт әйтте һәм махсус ҡорамалдарҙың Башҡортостан яугирҙәренә тапшырыласағын белдерҙе. Вәдүт Исхаҡов Азат Бадрановҡа командировка маҡсаттары хаҡында һөйләне. Башҡортостан журналистары гуманитар миссияларҙы ойоштороуҙа даими ҡатнаша һәм яугирҙәргә тиҙерәк Еңеүгә өлгәшеүҙәрен теләй, тип хәбәр итте ул. “Был Башҡортостан журналистарының Донбассҡа беренсе, әммә һуңғы сәфәре түгелдер тип ышанам. Киләсәктә бында Башҡортостандан махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтен, көнкүрешен яҡтыртырға тағы килергә ниәтләйбеҙ. Был сәфәргә алдан әҙерләндек, яҡташтарыбыҙға буш ҡул менән килмәнек. Республика журналистары, баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары, телевидение һәм радиотапшырыуҙар редакциялары өс коптер һәм уларға смартфондар һатып алды. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан журналистары һәр ваҡыт гуманитар конвойҙар булдырыуҙа ҡатнаша. Улар яугирҙәргә аҙыҡ-түлек, бал, медикаменттар оҙата. Беҙ, республика журналистары, яугирҙәребеҙгә һаулыҡ һәм тиҙерәк йорттарыбыҙға имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, һәм, әлбиттә, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”, – тине Вәдүт Исхаҡов. Азат Бадранов хеҙмәттәштәребеҙгә рәхмәт әйтте. “Билдәле булыуынса, хәҙерге заман хәрби хәрәкәттәре башлыса технологик һуғыштан ғибәрәт. Квадрокоптер – ул хәрби машина, шулай уҡ Ҡораллы Көстәрҙең күҙе һәм ҡолағы. Башҡортостан журналистары килтергән ҡорамалды коптерҙарға мохтаж һәм егеттәребеҙҙең күбеһе тупланған подразделениеларға тапшырырбыҙ”, - тип билдәләне Азат Бадранов. Эдуард Ҡусҡарбәков һәм Венер Фәйзуллин фотолары.
Башҡортостан журналистары Азат Бадрановҡа хәрбиҙәр өсөн посылкалар тапшырҙы
16 июня 202316 июн 2023
1 мин