Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Табиптар ҡан бирҙе

Бөтә донъя ҡан донорҙары көнөндә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре Республика ҡан биреү станцияһында ҡан бирҙе. Акцияла бөтәһе 20 кеше ҡатнашты, уларҙың араһында министр урынбаҫары Динара Еникееваны ла, бүлек начальниктарын һәм белгестәрҙе лә күрергә мөмкин булды. Һәр кем анкета тултырҙы, донация алдынан анализ тапшырҙы һәм 450 миллилитр ҡан тапшырҙы. Республика ҡан биреү станцияһының филиалдары Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Бөрө һәм Күмертау ҡалаларында бар. Республикала 12 мең тирәһе Рәсәйҙең Почетлы доноры иҫәпләнә. Былтыр 32 меңдән ашыу кеше донорҙар рәтен тулыландырҙы. Быйыл биш ай эсендә 30 меңдән ашыу ҡан донацияһы әҙерләнде. Сәләмәт кешләрҙең күпселеге донор була ала. Талаптар ҙа бар, 18 йәш тулыуы шарт, кәүҙә ауырлығы 50 килограмдан кәм булмаҫҡа тейеш. Ҡан биреү – кешеләр ғүмерен һаҡлау өсөн ҡиммәтле бүләк. Уның көтөлмәгән ваҡытта кәрәк булыуы ихтимал. Шуға күрә ҡан компоненттарының запасы етерлек булырға тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май”

Бөтә донъя ҡан донорҙары көнөндә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре Республика ҡан биреү станцияһында ҡан бирҙе. Акцияла бөтәһе 20 кеше ҡатнашты, уларҙың араһында министр урынбаҫары Динара Еникееваны ла, бүлек начальниктарын һәм белгестәрҙе лә күрергә мөмкин булды. Һәр кем анкета тултырҙы, донация алдынан анализ тапшырҙы һәм 450 миллилитр ҡан тапшырҙы. Республика ҡан биреү станцияһының филиалдары Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Бөрө һәм Күмертау ҡалаларында бар. Республикала 12 мең тирәһе Рәсәйҙең Почетлы доноры иҫәпләнә. Былтыр 32 меңдән ашыу кеше донорҙар рәтен тулыландырҙы. Быйыл биш ай эсендә 30 меңдән ашыу ҡан донацияһы әҙерләнде. Сәләмәт кешләрҙең күпселеге донор була ала. Талаптар ҙа бар, 18 йәш тулыуы шарт, кәүҙә ауырлығы 50 килограмдан кәм булмаҫҡа тейеш. Ҡан биреү – кешеләр ғүмерен һаҡлау өсөн ҡиммәтле бүләк. Уның көтөлмәгән ваҡытта кәрәк булыуы ихтимал. Шуға күрә ҡан компоненттарының запасы етерлек булырға тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.