Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡош ите етештереү күләме артасаҡ

15 июндә XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Черкизово» төркөмөнөң генераль директоры Сергей Михайлов менән осрашты. Ике яҡ һөйләшеүҙә компанияның республика биләмәһендә ҡошсолоҡ предприятиеларын үҫтереү буйынса инвестиция проекттары тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың декабрендә «Черкизово» төркөмө “Русское зерно Уфа” компаниялар төркөмөнөң ҡошсолоҡ һәм үҫемлекселек активтарын һатып алды. Улар иҫәбендә - «Башҡорт игене», «Өфө икмәк комбинаты» һәм «Турбаҫлы бройлерҙары». "Черкизово" Шишмә районындағы «Юбилей», шулай уҡ «Өфө»ҡошсолоҡ фабрикаларын яңыртыуға аҡса һалырға ниәтләй. – 1 июлдән Башҡортостанда инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһы эшләй башлай. Инвесторҙар беҙгә бирергә тейешле документтар исемлеген кәметте, шулай уҡ ер участкаларын ҡуртымға биреү менән бәйле бөтә нәмәне ябайлаштырҙы. Инвесторҙар өсөн иң уңайлы шарттар булдырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. 2023 йылдың июлендә «Черкизово» төркөмө «Инвестиция сәғәте» проектында ҡатнашыу һәм дәүләт ярҙамы сараларын тикшереү өсөн проекттың презентацияһын әҙерләйәсәк, тип билдәләне Сергей Михайлов. – Беҙ предприятиеларҙы реконструкциялауҙы планлаштырабыҙ. Маҡсат – ҡош ите етештереү күләмен йылына 65 мең тоннанан 100 мең тоннаға тиклем арттырыу, артабан уны 150 мең тоннаға тиклем еткереү, - тине Сергей Михайлов. Сығанаҡ: glavarb.ru