Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Беләм, әсәй, ауыр һиңә көтөүҙәре ҡайтыуымды..."

Интернетта ҡарағай ағасынан суҡмар яһап, окопта шуны күрһәтеп ултырған яҡташыбыҙҙың видеояҙмаһы осраны. Шаян ғына башҡорт ир-егетенең илгәҙәклеге, бошонҡолоҡҡа төшмәүе оҡшаны. Баҡһаң, ул минең дуҫтарымдың танышы ла икән. Махсус хәрби операцияға киткәнгә тиклем Баймаҡ районында йәшәгән. Быға тиклем Чечен Республикаһында террорға ҡаршы операцияла ла ҡатнашҡан. Шул ваҡытта йырҙар ҙа яҙған. Уның башҡарыуында ике йырын табып алдым: "Илама, әсәй, илама..." һәм "Аҡҡоштар". Уларҙы көнө буйы тыңланым. Әсә тураһындағыһы бигерәк тә йөрәгемә үтеп инде, минең дә балаларым бар бит. Хатта һүҙҙәрен яҙып алдым. Беләм, әсәй, ауыр һиңә Көтөүҙәре ҡайтыуымды. Һәр көн һайын хаттар яҙаң Һорашып һин хәлдәремде. ҠУШЫМТА: Илама һин, әсәй, илама, Минең өсөн бушҡа ҡайғырма. Йыраҡтарҙан ҡайтып, үбермен, Тик илама, әсәй, илама. Бер аҙ ғына хат булмаһа, Борсолаһың тағын, әсәй. Ҡайғырып һин минең өсөн, Ағарттырҙың сәстәреңде. ҠУШЫМТА. Үтер айҙар, үтер йылдар, Ҡайтырмын мин яндарыңа. Ҡыуандырып һине, әсәй, Йәшәрмен мин был донъяла. ҠУШЫМТА. Башҡорт яугиренә имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйем. Уны ауылда ата-әсәһе, ҡыҙы көтә. Иҫән йөрөгөҙ, егеттәр! Фото: геройҙың шәхси архивынан.