Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостандың баш ҡалаһынан осоштар һаны һәм географияһы арттырыла

"Азимут" авиакомпанияһы Өфөнән Тель-Авивҡа һәм Тбилисиға тура рейстар асыу мөмкинлеген тикшерә. 15 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Азимут» авиакомпанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод менән осрашты. Улар йөк ташыу эшенең көнүҙәк мәсьәләләрен һәм Өфөнән яңы рейстар асыу перспективаларын тикшерҙе. Компания самолеттары осоу йүнәлештәре географияһы Башҡортостан халҡының ихтыяжына яуап бирә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Шул уҡ ваҡытта республика билет хаҡын кәметеү өсөн эске рейстарҙа осоу хаҡының бер өлөшөн субсидиялай. «Азимут» компанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод төбәк менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген һәм Башҡортостандың баш ҡалаһынан яңы маршруттар асыу ихтыяжын юғары баһаланы. – Беҙ республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм сит илдәр менән тура авиабәйләнеште үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Беҙ был эшкә булышлыҡ итергә әҙербеҙ, – тип билдәләне Павел Удод. - Һуңғы йылдарҙа компания Башҡортостандың баш ҡалаһынан осоштар һанын һәм географияһын арттыра. Мәҫәлән, 2023 йылдың аҙағына тиклем Кемерово, Тель-Авив, шулай уҡ Тбилисиға рейстар асырға планлаштырабыҙ. Был маршруттар халыҡ тарафынан талап ителәсәк, тип иҫәпләйбеҙ. Сығанаҡ: glavarb.ru