Төньяҡ баш ҡалала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Red Wings авиакомпанияһының генераль директоры Евгений Солодилин менән осрашты. Улар "Өфө" халыҡ–ара аэропортынан осош географияһын киңәйтеүҙе тикшерҙе: Өфө–Минск (икенсе йышлыҡ), Өфө–Астана, Өфө–Тегеран, Өфө–Шанхай, Өфө - Владикавказ. Башҡортостан донъяның 112 иле менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, тип билдәләне Министрҙар кабинеты башлығы. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса сит илдәр менән тышҡы сауҙа әйләнеше 5,1 миллиард долларҙан ашып китә. Был шарттарҙа дуҫ илдәр менән үҙ-ара эш итеү һәм улар араһында транспорт бәйләнешен үҫтереү айырыуса әһәмиәткә эйә була. - Red Wings авиакомпанияһы менән берлектә, Белоруссияның транспорт министрлығы ярҙамында, быйыл март айында Өфө менән Минск араһында тура бәйләнеш асылды. Бөгөнгө көнгә 15 рейс башҡарылған, 2 меңдән ашыу пассажир ташылған. Осоштар башланғандан алып уртаса йөкләнеш 79% тәшкил итә. Алда беҙҙе бик мөһим һәм яуа
Red Wings авиакомпанияһы осоштар географияһын киңәйтәсәк
15 июня 202315 июн 2023
1 мин