Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Алдағы 5 йыл эсендә 10-дан ашыу автозаправка комплексы төҙөләсәк

Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Вице-президент, Сбербанктың Волга-Вятка банкы рәйесе Петр Колтыпин һәм “Ирбис-РБ” яғыулыҡ компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ Сбербанк банкы биргән кредит линиялары ярҙамында республика биләмәһендә автомобиль яғыулыҡ ҡойоу станцияларын үҙ эсенә алған юл буйы сервисы объекттарын һәм ҡала комплекстарын төҙөү буйынса инвестиция проекттары сиктәрендә оҙайлы хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Алдағы 5 йыл эсендә 10-дан ашыу автозаправка комплексы төҙөү планлаштырыла. – Юл буйы сервисы объекттарын үҫтереү иҡтисадтың бер нисә сегментына импульс бирә һәм төбәктең имиджын арттыра. Был йүнәлештә Башҡортостанда 2024 йылға тиклем юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы сиктәрендә ҙур системалы эш алып барыла. Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү был йүнәлештә тағы бер аҙым буласаҡ, – тип билдәләне Андрей Назаров. «ИРБИС-РБ» компанияһы 25 йылдан ашыу Волга-Вятка

Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Вице-президент, Сбербанктың Волга-Вятка банкы рәйесе Петр Колтыпин һәм “Ирбис-РБ” яғыулыҡ компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ Сбербанк банкы биргән кредит линиялары ярҙамында республика биләмәһендә автомобиль яғыулыҡ ҡойоу станцияларын үҙ эсенә алған юл буйы сервисы объекттарын һәм ҡала комплекстарын төҙөү буйынса инвестиция проекттары сиктәрендә оҙайлы хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Алдағы 5 йыл эсендә 10-дан ашыу автозаправка комплексы төҙөү планлаштырыла. – Юл буйы сервисы объекттарын үҫтереү иҡтисадтың бер нисә сегментына импульс бирә һәм төбәктең имиджын арттыра. Был йүнәлештә Башҡортостанда 2024 йылға тиклем юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы сиктәрендә ҙур системалы эш алып барыла. Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү был йүнәлештә тағы бер аҙым буласаҡ, – тип билдәләне Андрей Назаров. «ИРБИС-РБ» компанияһы 25 йылдан ашыу Волга-Вятка банкы клиенты булған «Транзит Сити» компаниялар төркөмөнә ҡарай. Банк менән берлектә Рәсәй төбәктәре территорияһында автозаправка комплекстары селтәрен төҙөү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла. «Ирбис-БР» Башҡортостан биләмәһендә проекттар әҙерләүҙе 2021 йылда башланы. Петр Колтыпин һүҙҙәренсә, Сбербанктың Волга-Вятка банкы төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған инвестиция проекттары өҫтөндә берлектәге эш менән ҡыҙыҡһына. Банк рәйесе ышаныс өсөн рәхмәт әйтте һәм уңышлы хеҙмәттәшлеккә өмөт белдерҙе. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru