“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Фирүзә Халиҡова – Нуриман үҙәк район дауаханаһының ҡабул итеү һәм диагностикалау бүлексәһендә өлкән шәфҡәт туташы. Ул Нуриман районының Иҫке Күл ауылында тыуған. Бөрөләге медицина училищеһын тамамлаған. Район үҙәк дауаханаһында хеҙмәт юлын башлаған һәм әле лә шунда эшләй. Ире менән татыу ғаиләләрендә ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәне Мәскәү өлкәһендә эшләй, икенсеһе быйыл мәктәпте тамамлай. Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Фирүзә Риф ҡыҙы өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар, комментарийҙар яҙайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ. Фотолар: Фирүзә Рафиҡованың шәхси архивынан.