15 июндә XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Косов менән осрашты. Көн тәртибендә - компанияның төбәктең агросәнәғәт комплексы менән хеҙмәттәшлеген киңәйтеү мәсьәләләре. Билдәләп үтәйек, 2019 йылдан “Росагролизинг” ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыуҙың льготалы программаларын тормошҡа ашыра, унда Башҡортостан аграрийҙары әүҙем ҡатнаша. 2023 йылдың биш айында хужалыҡтарҙың техник паркын дөйөм хаҡы 1,4 миллиард һумлыҡ 204 яңы машина тулыландырған. Өҫтәүенә республика ауыл хужалығы етештереүселәренә өҫтәмә ярҙам күрһәтә һәм тәүге иғәнәгә, лизинг буйынса түләүҙәргә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай. – “Росагролизинг” – хужалыҡтарҙың техник паркын яңыртыуҙа ышаныслы партнерыбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ғәмәлдәге программалар арҡаһында беҙ яңы тракторҙар һәм комбайндар, төбәктең агросәнәғәт комплексы өсөн башҡа ҡорамалдар һатып алабыҙ. Был баҫыу эштәрен үткәреү ваҡытын ҡыҫҡартырға, дөйө