Май аҙағында Башҡортостанға Сибай ҡалаһында инвестиция һабантуйында ҡатнашыу өсөн Ҡытайҙан делегация килгәйне. Уларҙы Өфө егете, тәржемәсе Эльдар Ғәйнетдинов оҙатып йөрөнө. “Республикабыҙға ҡыҙыҡһынып килгән ҡытайҙар, Башҡортостан менән танышыуҙың тәүге көндәрендә үк бында бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр барлығын аңланылар. Ҡытайҙар, билдәле булыуынса, бик тыйнаҡ һәм рухлы кешеләр, улар бында тәҡдим ителгән бөтә нәмәне ихлас ҡабул иттеләр. Ҡунаҡтар милли мәҙәниәткә генә түгел, ә халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына ла хайран ҡалды. Улар шулай уҡ урындағы аш-һыуҙы ла баһаланы. Тәбиғи ризыҡтарыбыҙға һоҡландылар. Улар тәүге тапҡыр яңы һауылған һөт эсеп ҡаранылар. Ҡымыҙ, йылҡы итен дә беренсегә ауыҙ иттеләр", – тип һөйләне Эльдар беҙҙең редакцияға ҡунаҡҡа килгәнендә. Ҡытай делегаттары форумда урындағы белгестәр, бизнес һәм хөкүмәт вәкилдәре менән аралашҡан. Улар тәҡдим ителгән бер нисә проект менән ҡыҙыҡһынған һәм республикабыҙға аҡса һалыу өсөн уңышлы һөйләшеүҙәр үткәргән. Шулай уҡ ҡытайҙар төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән иҡтисади, туристик һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген тикшергән. Махсус эш төркөмө Ҡытай менән Башҡортостан араһында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙәтәсәк. Фотолар Эльдар Ғәйнетдиновтың шәхси архивынан.