Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

3 миллион һумға яҡын аҡса һаҡлап ҡалдылар

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре банк һәм вокзал хеҙмәткәрҙәренә клиенттарға аҡса һаҡлауҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Банк учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм тимер юл вокзалы операторы урындағы ҡатын-ҡыҙҙарға мутлашыусыларҙың хәйләләренән ҡасырға ярҙам итә һәм уларҙың 3 миллион һум самаһы аҡсаһын һаҡлап ҡала. Бүләкләнеүселәрҙең һүҙҙәренән күренеүенсә, банк бүлексәһенә бер нисә көн айырма менән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең банк иҫәбенән ҙур сумма аҡсаны сисеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Клиенттар аҡса алыуҙың аныҡ маҡсатын әйтмәй, тик шәхси ихтыяждары өсөн аҡса кәрәклеген әйтә. Банк менеджерҙарының уяулығы арҡаһында бәләне урап үткәндәр. Шулай уҡ тимер юл вокзалының видеокүҙәтеү камералары операторы Марина Лавушкина Стәрлетамаҡта йәшәгән 71 йәшлек ҡатынды күреп ҡала, ул банкомат аша ҙур сумма аҡса сисеп ала. Эшсе ҡатын шунда уҡ был хәл шикле булыуын һиҙә һәм полицияға мөрәжәғәт итә, шулай итеп, ҡатынды 350 мең һум күләмендә аҡсаһын аферистарға күсереүҙән ҡотҡара. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы полиция полковнигы Илдар Хөрмәтуллин Татьяна Ульянова, Әлиә Фәрхшатова, Мәҙинә Хисмәтуллина, Екатерина Климова, шулай уҡ тимер юл вокзалы хеҙмәткәре Марина Лавушкинаға уяулыҡ күрһәткән һәм эске эштәр органдарына енәйәтте иҫкәртеүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булған хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла Стәрлетамаҡ халҡының 3 миллион һумға яҡын аҡсаһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итте.