Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тыныс тормошта ла ғүмерҙәр өҙөлә, ҡыҙғаныс...

14 июндә кисен Белорет – Учалы – Мейәс автомобиль юлының алтынсы километрында авария тееркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Volkswagen Transporter” йөк автомобиле һәм “Opel Astra” еңел автомобиле бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Volkswagen Transporter " автомобилендәге 47 йәшлек пассажир ашығыс ярҙам килгәнсе вафат булған. 12 июндә Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлында ҡот осҡос авария булған – “ГАЗель” һәм “Вольво” йөк автомобилдәре бәрелешә. Көслө авария һөҙөмтәһендә бер автомобилдең алғы өлөшө тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, шулай уҡ “ГАЗель” автомобилендәге водитель дауаханала һәләк булған. Юлдарҙағы фажиғәләр береһенән-береһе аяуһыҙ, кешеләр һәләк була, тик ниңәлер был ваҡиғалар башҡа водителдәрҙе уйландырмай, уларҙың һәр береһе ҡайҙалыр ашыға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙа. Һөҙөмтәлә, улар үҙҙеренең генә түгел, ә ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡыя. Ҡайҙа ашығабыҙ? Тыныс тормошта ла ғүмерҙәр өҙөлә, ҡыҙғаныс... Фото: @bash_gibdd