Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡоштарҙы һанағандар

Орнитологтар һәм “Асылыкүл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре йыл һайын, ҡоштар бала сығарғас, уларҙың иҫәбен ала. Айырыуса Берҡаҙан-Ҡамыш, күл буйҙарында күпме ҡош төпләнгәне ҡыҙыҡһындыра белгестәрҙе. Әлеге мәлдә бында 54 төр ҡош теркәлгән. Апрель айында 71 төр ҡош һаналған. Һандарҙағы был үҙгәреш ҡайһы бер ҡоштарҙың күл буйында ял итеп, артабан осоп китеүе тураһында һөйләй. - Был юлы орнитологтар ерән селәнде фотоға төшөрөп алды. Селән - республикала бик һирәк осраған ҡош. 2019 йылдан ғына ул Асылыкүл буйында оялай башланы. Уны осратыуы ҡыйын. Ул таңда йәки эңер төшкәндә генә һунарға сыға. Һиндостандан осоп ҡайтҡан ҡамыш турғайҙарын осратып ҡыуандыҡ. Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығы тергеҙелгәндән һуң һирәк ҡоштарҙың күбәйеүе беҙҙең өсөн һәйбәт күрһәткес, - тип билдәләй “Асылыкүл” тәбиғәт паркы директоры Гүзәл Ғилманова. Фотолар “Асылыкүл” тәбиғәт паркынан алынды. Видео: ЮТВ телеканалынан алынды.