15 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “ЭКО-мәҙәниәт” агросәнәғәт холдингының директорҙар советы рәйесе Александр Рудаков менән осрашты. Улар республика биләмәһендә йыл әйләнәһенә томаттар үҫтереү өсөн майҙаны 20 гектарлыҡ заманса юғары технологиялы теплица комплексы төҙөү буйынса компанияның инвестиция пландарын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. Проекттың бюджеты - 10 миллиард һум самаһы, ә комплекстың етештереү ҡеүәте йылына 13 мең тонна йәшелсә тәшкил итәсәк. Республика Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы етештереүселәренең береһе булған компания менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә әҙер, тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Башҡортостанда теплица хужалыҡтарында йәшелсә үҫтереү традициялары көслө. Беҙгә етди уйынсы килеүе продукция етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы теплицаларҙы урынлаштырыу өсөн потенциаль майҙансыҡтар һайлап алған, шулай уҡ ресурс