Һәр кемдең яратҡан эше була. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Венера Шәкүр ҡыҙы Үзбәкова иһә үҙен медицина өлкәһенән тыш күҙ алдына килтерә алмай. Ғафури районының Үзбәк ауылында тыуып үҫкән ул. Әле Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының балалар психоневрологик бүлексәһенең палата шәфҡәт туташы булып эшләй. Бәләкәстәр менән эшләүе еңел түгел, ә Венера Шәкүр ҡыҙы уларҙың күңеленә асҡыс тапҡан. Шәфҡәт туташын табиптың уң ҡулы, тиҙәр. Етеҙлек, теүәллек, тырышлыҡ кеүек сифаттар талап ителә был һөнәр эйәһенән. Венера Шәкүр ҡыҙы өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар, комментарийҙар яҙайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ. Фотолар: Венера Үзбәкованың шәхси архивынан.