Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында (ПМЭФ) республиканың рәсми делегацияһына етәкселек итте. Мөһим сара 14-нән 17 июнгә тиклем үтә. Делегация программаһында – эшлекле осрашыуҙар, панель дискуссиялар, илде социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу. ПМЭФ майҙанындағы иң төп ваҡиғаларҙың береһе Рәсәй төбәктәрендә инвестиция климаты торошо буйынса Милли рейтинг һөҙөмтәләре презентацияһы буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан икенсе йыл рәттән унда бишенсе урынды яуланы. Республика етәксеһе эшлекле программа сиктәрендә илдең һәм сит илдәрҙең алдынғы компаниялары етәкселәре менән осрашаҡ, шулай уҡ бер нисә стратегик һәм инвестиция килешеүенә ҡул ҡуясаҡ. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашыусылар республикабыҙ стендында Башҡортостандың инвестиция, туристик, сәнәғәт һәм ғилми-белем биреү мөмкинлектәре менән таныша аласаҡ. Ул 390 квадрат метр майҙанды биләй. Мәҫәлән, бында пилотһыҙ авиация тармағындағы уңыштар күрһәтеләсәк, шул иҫәптән БАС-200 осоу аппараты. Бынан тыш, майҙансыҡта “Берлога” милли киберфизика платформаһы һәм республиканың башҡа алдынғы проекттары менән танышырға була. Мультимедия платформаһында “Муха” студияһы төшөргән “Төньяҡ амурҙары” мультипликация фильмын ҡарарға мөмкин буласаҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.