Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Алға" айырым иҡтисад зонаһының идарасы компанияһы Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы айырым иҡтисад зонаһының яңыртылған сайтын тәҡдим иткән. Ул нимәнән ғибәрәт? Яңыртыу резиденттар тураһында мәғлүмәтте, дәүләт ярҙамы сараларын, преференциаль зонаның инфраструктураһын, шулай уҡ ESG-принциптарҙы үҙенең эсенә ала. – Яңыртылған сайт файҙаланыусыларға ныҡ уңайлы, – тип һөйләй Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Беҙ платформа интерфейсын ябайлаштырҙыҡ һәм преференциялар тураһында мәғлүмәтте системаға һалдыҡ. Шуныһы, берәй инвестор предприятиеһын "Алға" айырым иҡтисад зонаһына урынлаштырһа, һалым ставкаларын кәметә ала, ҡуртым ташламалары менән файҙалана, шулай уҡ ирекле таможня зонаһына инә. Платформа системаға һалынғас, инвестор төп биткә заявка бирәсәк. Наил Ғәббәсов әйтеүенсә, "Алға" ышаныслы аҙымдары менән алға атлай. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.