Балаҡатай районында Тимур Сөләймәнов исемле 17 йәшлек студент егетте эҙләү дауам итә. Хәбәр итеүебеҙ буйынса, ул 29 майҙа имтихан тапшырырға тип киткән. Әммә шул көндән алып уны күргән кеше юҡ. Тимур Яңы Балаҡатай ауылындағы СПТУ-ла иретеп йәбештереүсегә уҡып йөрөгән. Үҙе шул уҡ ауылда ағаһы менән йәшәгән. Юғалған көндө ул күрше ауылда йәшәгән өләсәһендә булған. Егет һәйбәт уҡыған, иптәштәре менән һәр саҡ уртаҡ тел тапҡан, низағтарҙа ҡатнашмаған. Уның бер ҡасан да өйөнән ҡасҡаны булмаған. Был хәлде Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин шәхси контролендә тота. Бөгөн социаль селтәрҙә: “Район халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итәм. Иртәгә, 16 июндә иртәнге унда Яңы Балаҡатай ауылында полиция бүлексәһе янында ирекмәндәрҙе көтәбеҙ. Мөмкин булһа, үҙегеҙ менән талпан һәм серекәйҙәргә ҡаршы саралар алығыҙ, сөнки башлыса урманда эҙләйәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы ул. Хакимиәт башлығы егеттең яҙмышына битараф булмағандарға рәхмәт әйтә һәм иртәгә эҙләүгә күберәк кеше йыйылһын ине тигән теләк бе