Быйыл йыл башында Мишкә районының Яндуған ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын файҙаланыуға тапшырҙылар. Мишкә халҡы бик ҡәнәғәт хәҙер, медицина ярҙамы артынан ситкә сығаһы түгел. Бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған яҡты бинала диагностика үтергә һәм дауаланырға мөмкин. Йылдың тәүге яртыһында пунктҡа 444 кеше мөрәжәғәт иткән, 338-е медицина пунктына үҙе килһә, ҡалғандарына өйҙә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Ошонда уҡ диспансерлаштырыу үтергә, вакцина яһатырға мөмкин. Шулай уҡ үҙәк район дауаханаһындағы табиптарға яҙылырға була. Мишкә үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Гәрәев әйтеүенсә, ауыл кешеләренең ситкә сыҡмайынса урында медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бик мөһим. Былтыр Мишкә районында өс яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.