Найти в Дзене

Шаулап аҡҡан йылғаны хәтерләтәсәк

Өфөләге Инорс биҫтәһендә Ишкәкле слалом үҙәге һәм канал төҙөлөшө дауам итә. Ҡоролмалар Йылы күленең көньяҡ өлөшөндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль программаһына ярашлы төҙөлә. Объекттың тәүге сиратын төҙөүҙе 2023 йыл аҙағына тамамламаҡсылар. Әле был эштәр 63 процентҡа атҡарылған. Ишкәкле слалом үҙе ҡоролған, шлюздарҙың килеүен көтәләр. Яҡын арала уға барыу юдларын һәм йәйәүлеләр өсөн күперҙе төҙөү башланасаҡ. Комплекста старт һәм финиш өсөн бассейндар, 250 метр оҙонлоғондағы, 1,75 метр тәрәнлегендәге ярыштар һәм күнекмәләр каналы барлыҡҡа киләсәк. Үҙәк үҙе тотош Рәсәйҙән спортсыларҙы ҡабул итерлек заманса стандарттар буйынса йыһазландырыласаҡ. Һөҙөмтәлә төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреләсәк. Ишкәкле слалом өсөн йылы һыу - йылылыҡ-энергия үҙәгенән, һалҡыны Ҡариҙел йылғаһынан алынасаҡ. Был спортсыларға һалҡын көндәрҙә лә спорт менән шөғөлләнеү мөм

Өфөләге Инорс биҫтәһендә Ишкәкле слалом үҙәге һәм канал төҙөлөшө дауам итә. Ҡоролмалар Йылы күленең көньяҡ өлөшөндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль программаһына ярашлы төҙөлә. Объекттың тәүге сиратын төҙөүҙе 2023 йыл аҙағына тамамламаҡсылар. Әле был эштәр 63 процентҡа атҡарылған. Ишкәкле слалом үҙе ҡоролған, шлюздарҙың килеүен көтәләр. Яҡын арала уға барыу юдларын һәм йәйәүлеләр өсөн күперҙе төҙөү башланасаҡ. Комплекста старт һәм финиш өсөн бассейндар, 250 метр оҙонлоғондағы, 1,75 метр тәрәнлегендәге ярыштар һәм күнекмәләр каналы барлыҡҡа киләсәк. Үҙәк үҙе тотош Рәсәйҙән спортсыларҙы ҡабул итерлек заманса стандарттар буйынса йыһазландырыласаҡ. Һөҙөмтәлә төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреләсәк. Ишкәкле слалом өсөн йылы һыу - йылылыҡ-энергия үҙәгенән, һалҡыны Ҡариҙел йылғаһынан алынасаҡ. Был спортсыларға һалҡын көндәрҙә лә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирәсәк. Бынан тыш, гидротехник ҡоролмалар ярҙамында һыуы шаулап аҡҡан йылғаны хәтерләтәсәк. Фото: “Башинформ”.