Үләндәр менән дауалаусылар һәр ерҙә бар. Гөлсирә Нәжметдинова Татарстандың Арса районынан. Уға Марий иле, Удмурт Республикаһы, Ульяновск, Киров өлкәләренән шифа эҙләп киләләр. “Йәй һайын мәтрүшкә һәм тағы әллә ни ҡәҙәр шифалы үләндәр йыйып киптереп ҡуям. Балалар сирләп китһә лә, һалҡын тейһә лә, ҡайнатып эсерергә һәр саҡ ҡул аҫтында торһон, тим. Ирем ғүмер буйы тракторҙа эшләне. Бер ваҡыт аяныслы хәлгә осраны. Трактор һәнәгенә эләгеп, ботарланып бөткәйне. Бына шул йылды халыҡ медицинаһына ике ҡуллап йәбешергә тура килде миңә”, - ти Гөлсирә ханым.Башта китаптарҙан уҡып, унан һүрәттәрен ҡарай-ҡарай үләндәр йыя ул. Бер йылдан һуң айыу көпшәһен таба. Һирәк осрай торған ағыулы үләндән төнәтмә яһап, иренә эсерә башлай. Иң беренсе үҙе эсеп ҡарай. Эсәр алдынан паспорты араһына "Был төнәтмәне үҙем эстем. Ул-был була ҡалһа, үҙем генә ғәйепле" тип яҙылған ҡағыҙ һалып ҡалдыра. Иртәгәһенә таблица төҙөп, иренә эсерә башлай. Көн һайын билдәле бер ваҡытта, тейешле күләмдә шыйыҡсаны бирә бара. Ғүмәр, т