Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районының Әхмәт ауылындағы янғында күп балалы ғаилә йәшәгән йорт янған. Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына килгәндә 5х7 метр ҙурлыҡтағы бүрәнә йортто ут ялмап алған була. Мәғлүм булыуынса, зыян күргән йортта күп балалы ғаилә йәшәгән, уларҙың береһе яңы тыуған. Әсәләре сабый менән дауаханала ятҡан булған. Аталары бер малайын алып, уның янаны киткән. Өйҙә тағы өс бала ҡалған. Балалар тышта уйнап йөрөгәндә, береһе табала йомортҡа бешереп ашайым тип өйгә инә. Плитәне ҡабыҙып, май ҡойоп, ихатаға мал ҡарарға сыға. Кире әйләнеп ингәндә иһә өй эсен ут ялмап алған була. Ярай әле үҙе шунда уҡ сығып өлгөргән. Ғаилә ваҡтлыса туғандарына урынлашҡан. Ут менән һаҡ эш итегеҙ! Балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ! Фото: mchsrb