Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Ибраһим” позывнойлы Әлшәй районы егете дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән. Район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин хәбәр итеүенсә, яугиргә Суворов миҙалы тапшырылған. Уға ярашлы указға Рәсәй Президенты 17 апрелдә ҡул ҡуйған. “ Был яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы, яуаплылыҡҡа һәм иптәшлеккә һәләтлелеге, шулай уҡ үҙ эшенә тәрән бирелгәнлеге хаҡында һөйләй. Беҙ уның тураһында ғорурлыҡ менән илебеҙҙең мәнфәғәттәрен яҡлаған герой булараҡ һөйләй алабыҙ. Яугир яҡташыбыҙҙы награда менән ҡотлайбыҙ.Ҡаһарманлыҡ һәм илебеҙгә тоғролоҡ өсөн рәхмәт!”– тип яҙған район хакимиәте башлығы. Фото: VK.com