Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һыу ингәндә бындайҙы күрһәк, йөрәк ярылыр ул...

Яңыраҡ социаль селтәрҙә ҙур балыҡ менән төшкән фото таралды. Билдәле булыуынса, Ағиҙел йылғаһында урындағы балыҡсылар 75 килограмлыҡ йәйен тотҡан. Күреүебеҙсә, уның буйы кеше менән тиң. Ҡайһы берәүҙәр уны кире ебәрергә тәҡдим итә, икенселәр уны ашарға яраҡһыҙ тип яҙа. Ысынмы-бушмы, әммә йәйендең эсендә алты йылан, тәлмәрйендәр, туғыҙ суртан булған тип тә әйтеүселәр бар. Был, бәлки, уйҙырмалыр. Мәғлүм булыуынса, йәйен - һыу аҫты донъяһында йәшәгән иң ҙур йыртҡыстарҙың береһе. Етерлек аҙыҡ булғанда, ул бер нисә йөҙ йыл йәшәй ала, шул уҡ ваҡытта 500 килограмға тиклем ауырлыҡҡа тиклем етә һәм 4 - 5 метр оҙонлоҡҡа тиклем үҫә. Иң ҙур йәйен Үзбәкстанда 100 йыл элек тотолған тип күрһәтелә. Уның ауырлығы яҡынса 430 кг һәм оҙонлоғо 5 метрға тиклем еткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был фактты рәсми раҫлау юҡ. Һыуҙа бындай балыҡты күрһәк, йөрәк ярылыр ул... Фото: vk.com